Өфөлә күреү һәләте буйынса мөмкинлектәре сикләнгәндәр араһында һайлау хоҡуғын белеүсе асыҡланасаҡ

Республика күләмендәге ярыш унынсы йыл рәттән үткәрелә. Һаулыҡ буйынса мөмкинлектәре сикләнгән граждандарҙы һайлау хоҡуғы менән тәьмин итеү бөтө төр кимәлдәге һайлау комиссияларының өҫтөнлөклө йүнәлештәренең береһе. Күреү һәләтенән мәрхүмдәр бөгөнгө мәғлүмәти дарьяла һәм тормош ығы-зығыһында үҙ-үҙенә бикләнмәһен, юғалып ҡалмаһын өсөн республикала бөтә шарттар тыуҙырыла. 

Һайлау хоҡуҡтары буйынса конкурста, күреү буйынса ауырлыҡтар кисергән 18 йәше тулған граждандар ҡатнашты. Быйыл илле кеше араһынан Рөстәм Абыҙгилдин беренсе урын яуланы. Конкурсты ойоштороусылар мөмкинлектәре сикләнгән граждандарҙы һайлауҙарға йәлеп итеп кенә ҡалмай, ә уңайлы мөхит тә булдыра. Республика халыҡ ижады мәҙәниәт йортонда улар өсөн махсуслаштырылған һайлау участкаһы булдырыла. 

Республика конкурсында ҡатнашып, һайлау өлкәһендә үҙ хоҡуҡтарыңды беләһең, һайлауҙа формаль рәүештә генә түгел, ә тирә-яҡта ниҙәр булғанын аңлап, быға хоҡуғың булыуын белеп эш итәһең.

Надежда Долматова, һайлау хоҡуғы буйынса республика конкурсында ҡатнашыусы

Гүзәл Борханова