«Башҡортостан» милли паркында айыу ҡышҡы йоҡонан уянған

Ҡарҙағы эҙ буйынса ҡарағанда, был ата айыу, тип билдәләй парк хеҙмәткәрҙәре.

Апрель башында айыуҙарға өңдән сығыу һуңыраҡ тип баһалана. Был оҙайлы ҡыш менән аңлатыла. Тәүге ике аҙнала йоҡонан уянған тайыштабандар әле тамыр, ағас бөрөләре менән туҡлана. Әгәр көндәр һалҡынайһа, айыу кире өңөнә йәшенеүе лә ихтимал. Апрель уртаһында иһә инә һәм кескәй ауыуҙар ҙа сыға.

Әлфинә Килдейәрова