Республиканың көньяҡ райондары урмансылары янғын миҙгеле алдынан көстәрен барланы

Йәшел ҡалҡан һаҡсылары. Республиканың көньяҡ райондары урмансылары янғын миҙгеле алдынан көстәрен барланы. Күгәрсен районында үткән махсус күнекмәләрҙә яңы ҡорамалдар һыналды, мобиль төркөмдәрҙең әҙерлек кимәленә баһа бирелде.

Ағас араһында ҡар аҫтынан ҡоро япраҡ һәм ҡаулан күрендеме ут сығырын көт тә тор. Ғәҙәттән тыш хәлдәргә әҙер булыу маҡсатында урман хужалыҡтарында мобиль төркөмдәр булдырылған. Күгәрсен районында үткән күнекмәләрҙә Баймаҡ, Ейәнсура, Йылайыр, Кананикольский һәм Күгәрсен урмансылыҡтары хеҙмәткәрҙәре ҡатнашты.

Урман янғындары менән көрәш алымдары, техник йыһаздар ҙа йылда камиллаша бара. Мәҫәлән,  шәхси янғын һүндереү ҡумтаһына алмашҡа юғары баҫымлы ут һүндереү ҡоролмаһы килә. Әлбиттә хәүефле миҙгел алдынан урмансыларҙың улар менән эш итеү оҫталығын да шымартыу мөһим.

Күнекмәлә урмансылар урындағы ауыл биләмәләре менән хеҙмәттәшлек тәжрибәһен дә үҙләштерҙе. Янғынды булдырмау күп осраҡта халыҡта аңлатыу эше алып барыу менән бәйле. Шуға ла урман хужалыҡтары менән муниципаль берәмектәр араһында тығыҙ бәйләнеш булдырыу ифрат та мөһим тип билдәләнде уҡыуҙар барышында.

Республиканың көньяҡ райондары ауыл хужалығы үҫешкән төбәктәр. Ер эшкәртеү алдынан йыш ҡына хужалыҡтар баҫыуҙағы ҡауланға ут төртә. Янғын яландан урманға күсеү осраҡтары ла теркәлә. Күнекмә барышында урмансылар бындай күңелһеҙ хәлдәрҙе иҫкәртеү юлдарын да үҙләштерҙе. Йәшел ҡалҡан һаҡсыларының хәүефле миҙгелгә әҙерлек кимәле юғары баһаланды.

Рафиҡ Әхмәтшин