Сарала ҡатнашыусылар ун мең аҙым атлап үтеп, һаулыҡ һаҡлау өлкәһе белгестәренән консультация алды. Шул уҡ ваҡытта ҡан баҫымын да тикшертте. Ҡыуатов исемендәге республика клиник дауаханаһы хеҙмәткәрҙәре уҙғарған профилактик акцияла БЮТ каналының ижади төркөмө лә ҡатнашты.
Аттракциондар урынына медицина консультацияһы. Иртә менән Өфөнөң Яҡутов паркына мобиль поликлиника килде. Сәләмәтлеген ҡайғыртҡан халыҡ сиратлап табипҡа күренде. Мөрәжәғәт итеүселәрҙең ҡан баҫымы, ҡандың кислород менән туйындырыу кимәле тикшерелде.
Мобиль комплекста ете кабинет, уларҙың өсәүһендә йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙарына бәйле консультациялар ойошторолдо. Өфөләрҙе Ҡыуатов исемендәге республика клиник дауаханаһы белгестәре ҡабул итте. Бер көн эсендә тиҫтәләп кешегә сифатлы медицина ярҙамы күрһәтелде.
Профилактик акцияһынан һуңмобиль поликлиника республика райондары буйлап сәфәргә сыға. Халыҡҡа кардиологиянан тыш, офтальмология, акушер-гинекология буйынса ла медицина ярҙамы күрһәтеләсәк. Шул уҡ ваҡытта бында ҡананализдарын да тапшырырға була.
Йыл башынан ғына тәгәрмәсле поликлиникала мең ярымдан ашыу кеше ҡабул ителгән, уларҙың өс йөҙө тулыраҡ тикшереүгә дауаханаға йүнәлтмә алһа, ике йөҙөнә госпитализация талап ителгән. Ә дауаханаға эләкмәҫ өсөн һаулыҡты алдан хәстәрләргә кәрәк. Хәрәкәттә-бәрәкәт тигәндәй, паркта «Сәләмәтлек маршруты» акцияһы ла ойошторолдо. Һәр кем табиптар менән ун мең аҙым атлап үтә алды.
Саф һауала йөрөү ҡан баҫымын төшөрөргә ярҙам итә, шул уҡ ваҡытта йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙары барлыҡҡа килеү ихтималлығын да кәметә. Профилактик акцияға буласаҡ табиптар - студенттар ҙа әүҙем ҡушылды.
Табиптар билдәләүенсә, йөрәк ныҡ булһын өсөн көнөнә кәмендә ун мең аҙым атларға кәрәк. Һәр кем һаулығы өсөн үҙе яуаплы. Әйткәндәй, «Сәләмәтлек маршруты» акцияһын даими уҙғарыу планлаштырылған. Тәүгеләрҙән булып был башланғыс менән республика кардиология үҙәге белгестәре сығыш яһағайны.
Гөлназ Хәйбуллина