Салауат районында авария булған

Һамар-Өфө-Силәбе трассаһында ике еңел автомобиль бәрелешкән. Дәүләт автоинспекцияһынан хәбәр итеүҙәренсә, 5 кеше, шул иҫәптән 13 йәшлек үҫмер дауаханаға оҙатылған.

Уҙған аҙнала республикала 50-гә яҡын юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән, 4 кешенең ғүмере өҙөлгән, 64-те имгәнгән. Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһынан белдереүҙәренсә, 239 иҫерек водитель ҡулға алынған. Уларҙың дүртәүһе авария яһауҙа ғәйепләнә.