Өфөлә башҡорт телендә ижад иткән йәш шағирҙар һәм яҙыусылар конкурсы башланды. Уны “Шоңҡар” журналы һәм Мостай Кәрим исемендәге фонд ойоштора. Баҫманың баш мөхәррире Айгиз Баймөхәмәтов әйтеүенсә, журнал йәштәр менән социаль селтәрҙә тығыҙ бәйләнештә эшләй. Бынан тыш, ижадсыларҙы асыҡлау маҡсатында райондарҙа осрашыуҙар уҙғарыла. Конкурсҡа декабрҙә йомғаҡ яһала. Тулыраҡ мәғлүмәт менән “Шоңҡар” журналының рәсми сайтында танышырға мөмкин.