ЛДПР-ҙың төбәк бүлексәһенән хәбәр итеүҙәренсә, мәктәпте көмөш миҙалға тамамлаусыларға 30 мең һум түләү билдәләргә кәрәк. Алтын миҙал өсөн иһә 50 мең һум биреү тәҡдиме бар. Тағы бер шарт - улар мотлаҡ Башҡортостан юғары уҡыу йорттарына инергә тейеш. Бындай сара кадрҙарҙың башҡа төбәктәргә китеүен кәметәсәк, ти тәҡдим авторҙары.