Был хаҡта Иҡтисадты үҫтереү һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов белдерҙе. Уның әйтеүенсә, Башҡортостан менән Төркиә араһында тышҡы сауҙа әйләнеше 104 миллион доллар самаһы. Ағиҙелдә йылға порты төҙөү экспорт үҫешенә, Өфөләге ҡунаҡхана иһә туризм йүнәлешен үҫтереүгә булышлыҡ итә.