Башҡортостанда 41 муниципалитетта 11 меңдән ашыу йорт һыу аҫтында ҡалыуы ихтимал

Был хаҡта бөгөн оператив кәңәшмәлә Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан идаралығы етәксеһе Марат Латыпов хәбәр итте. Ул билдәләүенсә, республика ҡотҡарыусылары яҙғы ташҡын һәм янғын хәүефе осорона тулыһынса әҙер, барлығы 100-гә яҡын оператив төркөм булдырылған.