Бөгөн Башҡортостан Башлығының тәбиғәт ресурстарын файҙаланыу һәм экологик хәүефһеҙлек буйынса кәңәшсеһе Рәсих Әғзәм улы тыуған көнөн билдәләй. Ул Магнитогорск тау-металлургия институтын тамамалай. Хеҙмәт юлын Калининград өлкәһендә быраулау оҫтаһы булараҡ башлай. Ниндәй генә вазифаларға тәғәйенләнһә лә, эшен намыҫ менән башҡара. Бөгөн ул ҡаҙылма байлыҡтар буйынса иң оҫта белгестәрҙең береһе һанала. “Киләсәккә ҡорған бөтә пландарым яратҡан хеҙмәтем һәм ғаиләм менән бәйле”, - ти Рәсих Хәмитов.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтРәсих Хәмитов “Юлдаш” радиоһы әҙерләгән тапшырыуҙарҙа эксперт булараҡ сығыш яһап килә.