Баш ҡалала йәшәүсе тағы ун етем торлаҡлы булды

Затон биҫтәһендәге йорттарҙан фатир асҡыстарын уларға Өфө мэры Сергей Греков тапшырҙы. БЮТ каналы хәбәрсеһе Рәмилә Исмәғилева яҙмаһы.

Күп фатирлы яңы йорттоң беренсе ҡаты байрамса биҙәлгән. Өфөлә йәшәүсе ун етемгә Ғәзи Заһитов урамындағы йорттарҙан фатир асҡыстары тапшырылды. Улар араһында ғаилә ҡороп бала үҫтергәндәре лә бар. Өфө мэры Сергей Греков торлаҡ алыусылар менән яҡындан танышты. Йәштәр уҡыуҙы тамамлап эшләп йөрөй. Кемдер ашнаҡсы, бармен, Артем социаль педагог.

24 йәшлек егет фатир асҡысы аласағын 1 апрелдә ишеткән һәм ышанырға ла ышанмаҫҡа ла белмәгән. Сөнки был көндө ул 7 йыл көткән. Баш ҡала хакимиәте башлығы Артемдың фатирын ҡарап сыҡты. Юғары ҡаттан тирә-яҡ матур булып күренә. Балкон көпләнгән. 

Ишектән ингән ерҙә шкафты нисек урынлаштырырға. Екатерина үҙенә бирелгән фатирҙы ата-әсәһе менән бөгөн беренсе тапҡыр күрә. Улар йыһаздарҙы урынлаштырыу өсөн шунда уҡ үлсәмдәрҙе ала.

Екатеринаның май айында тыуған көнөн яңы фатирҙа үткәрәсәктәр. Ҡыҙ ҡустыһы менән кесе йәштән балалар йортона эләккән. Туғыҙ йәшендә уларҙы Ниғмәтуллиндар улыҡҡа алған.

14 йәшемдә үк сиратҡа баҫҡайным. Өс суд ултырышы булды. Йүгерергә тура килде. Фатир бирәсәктәрен белгәс, көн һайын бәлки иртәгә булыр тип көттөм.

Екатерина Ускова, фатир алыусы

Беҙҙең өсөн ҙур  бәхет. Ҡыҙыбыҙ фатирлы булды, беҙ уны тәрбиәгә алғанға 12 йыл. Үҙ балабыҙ кеүек күреп үҫтерҙек. Ҡыустыһы ла беҙҙең улыбыҙ. Ул да ошо программа ярҙамында фатир аласаҡ.

 Марина һәм Тәлғәт Ниғмәтуллиндар

 Социаль торлаҡтар  бер бүлмәле һәм студия тибында, 33 квадрат метрлыҡ. Бөгөндән күсеп йәшәрлек. Асҡыс алған йәштәр шунда уҡ торлаҡҡа документтарҙы тултыра.

Өфөлә 1188 етем бала фатир алыуға сиратта тора. 866-һы торлаҡлы булыуға хоҡуҡ алды.

Зилә Мөхәмәтова, Өфө ҡалаһы хакимиәтенең торлаҡ бүлеү һәм торлаҡ программалары буйынса идаралығы етәксеһе

Дәүләттән бушлай бирелә торған был фатирҙар федераль һәм республика ҡаҙнаһы иҫәбенә эшләнә. Социаль торлаҡҡа сират йылдан-йыл арта. Был программаға бүленгән аҡсаға ҡарағанда торлаҡҡа хаҡ артыуы менән дә аңлатыла. Йыл аҙағына тиклем Өфөлә тағы 113 етем өй туйлар тип көтөлә.  

Рәмилә Исмәғилева