«Торатау» конгресс-холына үтәсәк бүләкләү тантанаһына финалға сығыусы 12 ауыл вәкилдәре саҡырылған. Улар араһында Тәтешле районының Шулған ауылы ла бар.
Гәрәй-Урман ырыуы башҡорттары йәшәгән төбәктең тарихы ун етенсе быуаттар аҙағына барып тоташа. Архив документтарынан күренеүенсә, ул ваҡытта егерме ике ихатала һикһән алты аҫаба башҡорт йәшәгән. Әле бында меңдән ашыу кеше йәшәй. Уларҙың күбеһе Крупская исемендәге хужалыҡта эшләй. Урындағы халыҡ билдәләүенсә, ауыл йылдан-йыл үҫә, күркәмлә бара. Былтыр «Заманса ҡала мөхитен булдырыу» программаһы сиктәрендә Шулған үҙәгендә Еңеү паркы барлыҡҡа килгән.
Ауыл халҡы тынлы оркестрҙы үҙҙәренең төп ғорурлығы тип иҫәпләй. Уҡыусыларҙан ғына торған коллектив әле Еңеүҙең 76 йыллығына әҙерләнә. Оркестр етәксеһе Рәүис Суфияров әйтеүенсә, бындай ансамбль Шулғандан тыш, республиканың төньяҡ, төньяҡ-көнбайышында урынлашҡан башҡа бер төбәгендә лә юҡ.
Уҡыусылар башҡа түңәрәктәргә лә ихлас йөрөй. Йыр-бейеүгә маһирҙарҙы мәҙәниәт йорто көтөп ҡалһа, моделле китапхана хеҙмәткәрҙәре лә йәш быуынды тәрбиәләүҙә ҙур өлөш индерә.
Илдар Байбулатов