Сираттағы оло сарала үҙ аҫаба ерҙәрендә Эске Йылан ырыуы вәкилдәре ҡор йыйҙы. Дүртөйлө ҡалаһында үткән съезд Башҡорт тарихы йылы һәм «Ырыу ағасы» республика форумы сиктәрендә уҙғарылды.
Белгестәр әйтеүенсә, республикала һәм башҡа төбәктәрҙә 120 меңгә яҡын башҡорт йылан ырыуы вәкиле иҫәпләнә. Ырыу атамаһы – йылан этнонимы бөгөн дә ғалимдар араһында төрлө фекерҙәр уята. Бер фаразлау буйынса, ул боронғо башҡорттарҙың йыланды ололауына, хөрмәтләүенә ҡайтып ҡала. Әммә этнолог һәм тарихсы Раил Кузеев был фекерҙе инҡар итә, ул билдәләүенсә, йыландарҙың этник сығышы ҡыпсаҡ берләшмәһе сиктәрендә үҫешкән.
Йыландарҙың аҫаба ерҙәре тарихи Башҡортостандың көнбайыш өлөшөндә көньяҡтан төньяҡҡа ҡарай киң биләмә булып һуҙылған. Вариҫтары бөгөн Бишбүләк, Дүртөйлө, Йәрмәкәй, Илеш, Ҡалтасы, Туймазы, Шаран, Саҡмағош райондарында йәшәй. Татарстандың Баулы районында ла Йылан ырыуы вәкилдәре бар.
Эске Йылан ырыуының данлы улдарының береһе – Башҡортостандың халыҡ шағиры Нәзар Нәжми. Ул Дүртөйлө районының Миңеште ауылында тыуып үҫкән. Бында әҙиптең йорт-музейы эшләй, унда һаҡланған экспонаттарҙың иң затлыһы – Назар Нәжмиҙең нәҫел ағасы. Әҙип шәжәрәһен үҙе ентекле өйрәнеп, нәҫел тамырҙарын барлай, һуңынан был эште уның ҡыҙы дауам итә.
Эске Йылан ырыуы йыйынының пленар өлөшөндә урындағы халыҡты борсоған мөһим мәсьәләләр ҡаралды. Сарала ҡатнашыусылар Эске йылан ырыуы советы һәм уның башлығын һайланы, быйылға эш планын раҫланы. Ырыуҙар йыйыны штандарты артабан Танып ырыуына тапшырылды. Киләһе оло ҡор 9 апрелдә Балтас районында үтә.
Гөлдәр Сафина