Республика башлығы Радий Хәбиров Юстиция эштәре буйынса дәүләт комитетына ошо эште ҡушты. "Ҡышҡы айҙарҙа ҡайһы бер машина хужалары закон тураһында онотоп торҙо. Миҙгел тамамланды, парковкалар ҡануниәткә ярашлы булырға тейеш", тине Радий Хәбиров. Башҡортостанда машинаны рөхсәт ителмәгән урында ҡалдырған өсөн 2 мең һумға тиклем штраф ҡаралған.