Сығарылыш класс уҡыусылары Дәүләт имтихандарына әҙерләнә

Быйыл 11 классты тамамлаусылар профилле математикаға өҫтөнлөк бирә. Уларҙың 66 проценты ошо фәнде һайлаған. Бынан тыш 38 проценты йәмғиәтте өйрәнеү, 28 проценты информатика һәм 24 проценты физика буйынса имтихан бирә. 9 класты тамамлаусылар математика һәм рус теленән мотлаҡ һынау тота, үҙҙәре һайлаған фәндән контроль эше яҙа. Дәүләт имтихандары уҙғарыласаҡ дата әлегә билдәләнмәгән.