Хәрби хеҙмәттән ҡасып йөрөүселәрҙе эҙләйҙәр

Өфө мэрияһы ошондай егеттәрҙе табыуҙа ярҙам һорай. Хәрби хеҙмәткә саҡырылғандарҙың күбеһе теркәлгән адресы буйынса йәшәмәй. Уларҙың туғандары ла мәғлүмәт бирергә ашығып бармай. Гражданлыҡ йәмғиәте институттары менән бәйләнештәр буйынса идаралыҡ етәксеһе Артур Ғафаров.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

“Малайҙарҙы бәләкәйҙән армия хеҙмәтенә әҙерләргә бурыслыбыҙ. Шул осраҡта хәрби хеҙмәттән ҡасып йөрөүселәр әҙерәк булыр ине”, тигән фекерҙә Яңауыл районы хәрби комиссариаты хеҙмәткәре Әнәс Лоҡманов.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Илдә хәрби хеҙмәткә саҡырылыш 1 апрелдә башланды. Ул 15 июлгә тиклем дауам итә.