“Атайлыҡ даны” премияһына ғаризалар 15 апрелгәсә ҡабул ителә

Башҡортостан Йәмәғәт палатаһынан хәбәр итеүҙәренсә, һәр район һәм ҡаланан ундан артыҡ заявка ебәрергә ярамай. Награда менән өлгөлө ғаилә башлыҡтары, йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнашҡан ир-егеттәр бүләкләнә. “Атайлыҡ даны” премияһы беренсегә былтыр тапшырылды. 27 атай абруйлы бүләккә эйә булды.