Республика мәктәптәре быйыл уҡ тулыһынса интернетҡа тоташтырыла

Your browser doesn't support HTML5 video.

Хөкүмәт президиумы ултырышында ошондай ҡарар ҡабул ителде. Быға тиклем төпкөлдәрҙе бөтә донъя селтәренә тоташтырыу ваҡыты күпкә һуңғараҡ ине. Былтыр пандемия күптәрҙе дистанцион белем биреүгә күсергә мәжбүр итте.

Онлайн уҡытыу ҡатмарлыҡтары интернеттың тейешле кимәлдә булмауын асыҡланы. Шуға күрә был эште тиҙәйтергә һәм быйыл уҡ тамамларға кәрәк, тине Хөкүмәт Премьер-министры. Быйыл тоташтырылмай ҡалған 316 мәктәпкә интернет уҙғарыу күҙаллана.

Ҡалала уның тиҙлеге секундына 100 мегабит булһа, ауыл ерҙәрендә кәм тигәндә 50 мегабит ҡаралған. Бынан тыш «Һанлы белем биреү мөхите» проекты сиктәрендә мәктәптәрҙе техника һәм гаджеттар менән тәьмин итеү ҙә дауам итәсәк.

Айнур Кәбиров