Карпов ауылында яҙғы гөрләүек Барбарис урамына үтеп ингән. Өфөнөң граждандарҙы һаҡлау идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, еңел машиналарға урау юлды файҙаланырға кәрәк. Йылҡыбай ауылында ла шәхси йорт ихаталары аҫтында ҡалған. БЮТ каналы хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.
Йылҡыбайҙарҙың да үҙ диңгеҙе бар. Тик урындағы халыҡ һыу инеп кенә өлгөрмәй. Миҙгел асылыуға ҡар һыуҙары ергә һеңеп бөтә. Шаярыу шаярыу менән, ә күптәр өсөн ул йыл да ҡабатланған бер үк балыҡ башы. Һуңғыһының бигерәк тә, зыян күләмен арттырҙы.
Йылҡыбай ауылындағы хәл контролгә алынған. Ҡотҡарыусылар һуңғы тәүлектә мең ярым кубометрға яҡын һыу һурҙыртҡан. Әле йортҡа һәм урындағы халыҡҡа хәүеф янамай. Шулай ҙа ярҙам һорап мөрәжәғәт итеүселәр ҙә юҡ түгел. Ауылдың Ал РауЗалар урамындағы йортто ла ҡар һыуҙары баҫҡан. Унда ике кеше йәшәүе билдәле. Эвакуациялау тәҡдименән хужалар баш тартҡан.
Ҡош бейеклегенән ҡарағанда ла ауылдың күлдәргә бай булыуын төҫмөрләргә мөмкин. Күл, сөнки ҡар һыуҙары бер ҡайҙа ла аҡмай. Ҡайҙа соҡорло урын, йә йорт нигеҙе шунда йыйыла.
Йылҡыбайҙың юл тигән урамдары ла, торғаны бер һаҙлыҡ. Тик ҡеүәтле техника ярҙамында ғына үтеп була. Урам исемдәре лә нисек кенә матур яңғырамаһын әлегә ул һүҙҙә генә ҡала. Вәғәҙәләр йылдарға һуҙылды. Ҡышҡыһын ҡар тотҡонда, бөгөн килеп һыу ҡамауында ҡалдыҡ, тип борсола урындағы халыҡ.
Ҡар һыуҙары Өфөнөң Граждандарҙы яҡлау идаралығының дизель насос станцияһынан тарафынан һурҙырыла. Бөгөн дә биләмә белгестәр күҙәтеүендә ҡала. Аҙыҡ-түлек һәм һыу запасы бар. Электр тәьминәте өҙөлмәгән.
Азат Ғәлиуллин