Балтас районында биш ғаиләгә торлаҡ шарттарын яҡшыртыу өсөн сертификаттар тапшырылды

Йәш ғаиләләргә ярҙам. Балтас районында биш ғаиләгә торлаҡ шарттарын яҡшыртыу өсөн сертификаттар тапшырылды.

Торлаҡ сертификаттарының дөйөм суммаһы 5 миллион һумға яҡын. Аҡсаны йорт һатып алыуға ла, төҙөүгә лә тотонорға мөмкин. Социаль түләүҙәр «Граждандарға торлаҡ менән тәьмин итеүҙә һәм торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәрҙе түләүҙә дәүләт ярҙамы күрһәтеү» маҡсатлы программаһы сиктәрендә бирелә.

Балтас районы хакимиәте етәкселәре әйтеүенсә, был аҡса ғаилә ҡороп үҙаллы тормош башлаған йәштәр өсөн ҙур ярҙам. Уларҙың күбеһе ишле бала тәрбиәләй. Бүләкләнеүселәр торлаҡ сертификатын түҙемһеҙлек менән көтөп алыуын йәшермәй. Был аҡса ярҙамында торлаҡ проблемаһын тулыһынса хәл итергә, балалар өсөн тулы шарттар тыуҙырырға була.

Рәмзиә Кәримова