Һалдат улын юғалтҡан ғаилә ғәҙеллекте суд аша юлларға мәжбүр

2019 йылдың июлендә Свердловскиҙан табутта әйләнеп ҡайтҡан Илдар Сиражев эше буйынса суд эше дауам итә. Бөгөн Өфө районы судында әхләҡи зыян буйынса тәүге ултырыш үтте. Ата-әсә нимә талап итә? БЮТ каналы хәбәрсеһе Рәмилә Исмәғилева яҙмаһы.

Был ҡайғынан дауа юҡ. Ватанды һаҡларға киткән Илдар Сиражев 2019 йылдың июлендә тыуған яғына табутта ҡайта. Шул көндән әсәнең йөрәге урынында түгел. Свердловск өлкәһендә хеҙмәтен тултырырға дүрт ай ҡалғанда егетте тоҡ һуҡҡан. Улын юғалтҡан ғаиләнең күп ваҡыты  хәҙер суд юлында. Екатеринбургка  йөрөргә тура килә. Техника һәм электрҙы дөрөҫ ҡулланмауҙа контракт буйынса хеҙмәт итеүсе егет ғәйепләнгән. Ғаилә әйтеүенсә, ул шартлы рәүештә ике йылға иркенән мәхрүм ителгән.

Өфө районы судында әхләҡи зыян күргән өсөн  сығымды ҡайтарыу буйынса беренсе ултырыш.

Ғәҙеллек юллау ҙа ҡаршылыҡһыҙ түгел. Екатеринбургка бер юлы ебәргән өс хаттың береһе генә теркәлгән, егеттең атаһыныҡы. Әсәнеке һәм уларҙың ҡыҙҙарының дәғүә хатын киренән ебәрергә кәрәк. Шуға ултырыш икенсе датаға күсерелде.

Беҙ әхлаҡи зыян өсөн Сиражевтарҙың һәр береһенә берәр миллион һум аҡса талап итәбеҙ. Ата-әсәһенә, һәм ҡыҙҙарына.

Владимир Семарчук, Башҡортостандың хәрби хеҙмәт граждандарын яҡлау комитеты идараһы рәйесе  

Судтар бер йыл дауамында алып барыла. Гөлсимә Заҡуан ҡыҙы «Алексеевка» совхозында эшләй. Ул һәләк булған улының эше буйынса йөрөүгә аҡса күп китеүен билдәләй.

Илдар Сиражев Өфөлә автотранспорт колледжын тамамлаған. Автомобилдәрҙең тауышынан уҡ ҡайһы ере төҙөк булмауын белә ине, ти уның тураһында яҡындары. Әрмегә үҙ теләп киткән. Ватанды һаҡлау урынына һалҡын ер ҡуйынына инеп ятҡан улдары өсөн әхләҡи зыян суммаһын түләһәләр, аҡсаны  ғаилә ҡыҙҙарын дауалауға тотонорға уйлай. Сөнки күҙ терәп ҡалған берҙән-бер балалары өсөнсө төркөм инвалиды.

Рәмилә Исмәғилева