Республиканың милли музейындағы үҙенсәлекле фотокүргәҙмә «Куба менән дуҫлыҡ» Бөтә Рәсәй йәмәғәт ойошмаһы ярҙамында ойоштролдо. Йыһанға осоуҙың – 60, тәүге йыһангир Юрий Гагариндың тыуыуына – 85 йыл тулыуға арналған ижтимағи-мәҙәни сара хаҡында ентекләберәк киләһе яҙмала.
Йыһанға тәүгеләрҙән булып юл ярыусы Юрий Гагарин юҡҡа ғына Бөтә Союз совет- Куба дуҫлығы ойошмаһы етәксеһе итеп һайланмаған. Көләс йөҙлө шәхес, ниндәй генә бейеклектәр яулаһа ла, халыҡ менән аралашыуҙа үҙен ябай, ихлас тотҡан, планетар масштабта дан ҡаҙанған, популярлыҡ яулай. Йәмәғәт ойошмаһына нигеҙ 1964 йылдың 11 ноябрендә һалына һәм уның тәүге президенты донъяның беренсе космонавты Юрий Гагарин була. Күргәҙмә билдәле йыһангирҙың 85 йәшлек юбилейына арнала.
Үткән быуаттың алтмышынсы йылдар йылъяҙмаһын сағылдырған фотопроектҡа ТАСС мәғлүмәт агентлығынан 40 -тан ашыу фотоһүрәт урынлаштырылған. Кубалылар Юрий Гагаринды кумирҙары Фидель Кастро һәм Эрнест Че Гевара менән тиң күреп яратҡан.»Еңелмәҫтәр-3» фотоальбомынан совет-куба дуҫлығын сағылдырған, йыһангирҙың Күба етәкселәре, ябай халыҡ һәм дуҫтары менән төшкән фотолары Юрий Гагирин яҙмышын һәм биографияһын өйрәнеүселәр өсөн оло хазина.
Эккпозицияла ҡойма ямғыр мәлендә Гагаринды ҡаршылау, Куба етәксеһе үҙ телмәренең йыһангир космоста булған ваҡыттан күберәк тәбрикләү һүҙен әйтеүе, Юрий Алексеевичтың киләсәктә Куба космонавтының да Йыһанға осасағы хаҡында белдереүе миҙгелдәре лә һүрәтләнгән.
«Беренсе. Гагарин һәм Куба» исемеле фотокүргәҙмә Рәсәйҙең утыҙҙан ашыу төбәгендә күрһәтеләсәк. Фотокүргәҙмәлә тамашасы үҙ күҙҙәре менән уникаль кадҙарҙы ҡараясаҡ, тарих төпкөләнә сәйәхәт итәсәк. Был проект илдәр һәм ҡитғалар араһында дуҫлыҡ ептәрен яңыртырға ла булышлыҡ итер тип күҙаллана.
Гүзәл Борханова