200-ҙән ашыу ауыл һәм ҡалала һыу күтәрелеү арҡаһында ҡатмарлыҡтар булыуы ихтимал. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының республика идаралығы был көндәрҙә профилактик рейдтар уҙғара, халыҡҡа кәңәштәр бирелә. Өфөлә генә ташҡын мәлендә 6 мең ярым кешегә иҫәпләнгән ваҡытлыса йәшәү урындары булдырылған, тип хәбәр итәләр ведомствонан.