Еңеү көнөн ҡаршылап. Өфө Хәрби парадҡа әҙерләнә

Был тема Республика хөкүмәтендә ҡаралды. Парадта Өфө гарнизоны хәрбиҙәре, хәрби хәрәкәттәр ветерандары ҡатнаша. 9 майҙа шулай уҡ Вадим Задорожный музейының хәрби техникаһы Октябрь проспектынан үтә. Колоннала ете танк, йөк машиналары, пушкалар, еңел автомобилдәр була. Был тантанаға етди әҙерләнергә ҡушылды.