Республика башлығы Радий Хәбиров Ауыл хужалығы, Транспорт һәм юл хужалығы министрлыҡтарына ошо эште ҡушты. "Башҡортостан предприятиелары экспортлауҙы арттыра, алыҫ илдәргә йөк ташыу өсөн иң яҡшыһы тимер юл һәм һыу транспорты контейнерҙары", тине Радий Хәбиров. Әле Рәсәйҙә контейнерҙар менән ташылған йөктөң 1 проценттан күберәге Башҡортостан өлөшө.