Өфөлә 3 транспорт ҡатнашлығында авария теркәлде

“ПАЗ” пассажир автобусы үҙ һыҙатынан китеп барған “Газель”гә барып төкөлә, ә йөк машинаһы ҡаршы яҡтан килгән еңел автомобиль менән бәрелешә. Аварияла 15 йәшлек ҡыҙ йәрәхәтләнгән, тип хәбәр итәләр юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһынан.