Ошо уңайҙан Өфө ҡала хакимиәтенең йәмәғәт именлеге үҙәге белгестәре мәктәп уҡыусылары менән бергә ҡала ихаталарының береһенә ҡош оялары эшләп элде.
Хеҙмәт дәресен балалар бөгөн мәктәптә түгел, торлаҡ-коммуналь хужалығы бүлмәһендә үткәрҙе. Ойошма хеҙмәткәрҙәре менән бергә улар ҡош ояһы эшләне. Эш ҡоралдары ла, материалдар ҙа етерлек. Күмәкләп башҡарылған эш һанаулы ваҡыт эсендә тамамланды.
Бөгөнгө сара ла тап Өфө ҡала хакимиәтенең йәмәғәт хәүефһеҙлеге үҙәге башланғысында ойошторолдо. Ул йыл да үтә тип әйтергә кәрәк. Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәткәрҙәре менән яһаған ике оя баш ҡаланың Батыр урамы ихаталарының береһенә ҡуйылды. Эш тә тик бының менән генә сикләнмәй.
Әйткәндәй, сараның тап бөгөн ойошторолоуы осраҡлы түгел. Мәғлүм булыуынса, 1 апрель – Рәсәйҙә Халыҡ-ара ҡоштар көнө булараҡ билдәләнә. Халыҡ һынамышы буйынса ул күсер ҡоштарҙың йылы яҡтарҙан ҡайтыуына бәйле ҡабул ителгән.
Азат Ғәлиуллин