Был хаҡта республика башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә яҙған. “ Тағы 316 мәктәпте интернет менән тәьмин итеү маҡсаты тора. 2023 йылға иһә 1 мең 100-ҙән ашыу мәктәпте заманса компьютерҙар менән йыһазландырабыҙ. Хәҙерге заманда интернетһыҙ тормошто күҙ алдына килтереү ҡыйын. Глобаль селтәр курстар, семинарҙар, практикумдар үткәргәндә, пандемия осоронда дәрестәрҙә лә ҡулланыла. Һанлы үҙгәрешкә яраҡлашыу мөһим. Беҙ был бурысты атҡарып сығабыҙ”, тип белдергән республика етәксеһе социаль селтәрҙә.