Иғтибар үҙәгендә - ҡала-ара маршруттарға сығыусы "Ларгус"тар

Республикала автоинспекторҙар юл ҡағиҙәләрен боҙған такси водителдәрен асыҡланы. Пассажир ташыуға рөхсәт ҡағыҙҙарынан тыш, машиналарҙың техник торошо ла тикшерелде. Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһының Өфө ҡалаһы буйынса техник күҙәтеү бүлеге дәүләт инспекторы Марат Исламов.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Былтыр илдә еңел такси ҡатнашлығындағы юл ҡазалары кәмегән. Ләкин һәләк булыусылар 37 процентҡа артҡан. Аварияларҙың күбеһендә водителдәрҙең ғәйепле булыуы иҫбатланған. Автоинспектор Марсель Бикташев.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Рейдтар юл-транспорт ваҡиғаларын иҫкәртеү, бәхетһеҙ осраҡтарҙы кәметеү маҡсатында ойошторола. Профилактик сара барышында инспекторҙар йәмәғәт транспортын да тикшерә.