Йәмәғәт штабында 100 кешенән торған төркөмдәргә лекциялар уҡыла. Дәрестәр 4 көн дауамында бара. 30 июнгә тиклем республиканың бөтә муниципалитеттарында күсмә семинар уҙғарыу планлаштырыла. Йәмәғәт палатаһы аппараты етәксеһе Шамил Вәлиев билдәләүенсә, һайлау кампанияһына битараф булмаған йәмәғәт күҙәтеүселәрен тиҙ арала сифатлы уҡытыу маҡсаты тора. Улар гражданлыҡ бурысын яҡшы үтәүенә ышанабыҙ. Уҡыуҙарҙа теоретик һәм практик белем бирелә. Бынан тыш, тауыш биреү участкаларында килеп тыуған ҡатмарлы мәсьәләләрҙе хәл итеү юлдары аңлатыла.