Республика прокуратураһы район-ара теркәү-имтихан бүлегенең элекке етәксеһенең килем сығанаҡтарын тикшерә. Дөрөҫөрәге тәфтишселәрҙе уларҙың ниндәй юл менән табылғаны ҡыҙыҡһындыра. Шикле килемгә ғәйепләнеүсе Өфөлә 3 офис, ҡала янында затлы йорт, ҡиммәтле 2 автомобиль алған.
Шул уҡ ваҡытта мөлкәтенең законлылығын раҫлай алмаған. Транспорт һәм күсемһеҙ милкен декларациялауҙан йәшереү маҡсатында, уларҙы яҡындарына яҙҙырған. Туғандарының шулай уҡ финанс мөмкинлектәре сикле булыуы билдәле. Әле хеҙмәткәр эшенән бушатылған. Мөлкәткә арест һалынған.
Рафиҡ Әхмәтшин