Башавтотранс предприятиеһы эшлектән сыҡҡан автобустарын яңынан маршруттарға сығара. Бының өсөн улар сафтан алынған техниканы яңы двигателдәр менән йыһазландыра. Бөгөн предприятие Ҡытайҙан тәүге партия газда эшләүсе двигателдәр алды.
Йыш туҡталыш, саманан тыш артыҡ пасажирҙар тейәү, автомобилдәр тығыны һәм йәйге селлә. Йәмәғәт транспорты өсөн ҡала шарттары үтә лә көсөргәнешле. Хатта ышаныслы һаналған транспорт сараһы ла ҡаһы саҡта эшлектән сығып ҡуя. Башавтотранстың Нефаздары ла бындай файҙаланыу шарттарына сыҙай алмай. Мерседестың дизелдән газға көйләнгән двигателдәре эшлектән сыға башлай.
Бындай һынауҙы башлыса 2014-2016 йылда йыйылған техника үтә алмай. Етештереүсегә дәғүә белдерергә гарантия ваҡыты үткән. Быға тиклем предприятие үҙ көсө менән ике тиҫтәнән ашыу автобусты ремонтлаған. Әммә төҙөкләндереү финанс йәһәттән аҡланмай, ти етәкселек. Шуға ла улар двигателдәрҙе тулыһынса алмаштырырға ҡарар итә.
Ҡытай двигателдәрен дә предприятие тота килеп һайламай. Сит ил вәкилдәре 2019 йылда бер автобусҡа үҙ двигателдәрен урынлаштыра. Был йәмәғәт транспорты ошоғаса иң ҡатмарлы һәм көсөргәнешле һаналған 51-се марштрутта һынау үтә. Водитель көн дә сервисҡа индереп техниканың торошон тикшертә.
Һынауҙы уңышлы үткән агрегатты хәҙер күпләп урынлаштыра башлаясаҡтар. Йәмғеһе 78 автобусҡа ҡытай двигателе урынлаштырыу күҙаллана. Йәйгә тиклем ҡырҡтан ашыу яңыртылған йәмәғәт транспорты маршрутҡа сығасаҡ. Эште тиҙләтеү өсөн двигателдәр предприятиеның дүрт филиалында урынлаштырыласаҡ.
Айнур Кәбиров