Өфө һәм Стәрлетамаҡ сауҙа үҙәктәрендә ойошторолған күсмә вакцинация пункттарында 4 мең тирәһе кеше коронавирустан прививка эшләткән. Әлегә Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры, “Башҡортостан” лайф-стайл, “Мега”, “Планета” һәм Стәрлетамаҡ ҡалаһының “СитиМолл” сауҙа үҙәктәрендә вакцина яһатырға мөмкин.
Үҙең менән паспорт, мотлаҡ медицина страховкаһы полисы һәм СНИЛС алырға кәрәк. Анкета тултырғас, терапевт пациентты ентекле тикшерә, шунан ғына прививка эшләтергә рөхсәт ителә. Вакцинаның тәүге компонентын эшләткәндәр 21 көндән һуң икенсе прививканы ла яһатырға тейеш.
Рафиҡ Әхмәтшин