Мәскәүҙә дәүләт экспертизаһы һәм Башҡортостан хөкүмәте араһында килешеүгә ҡул ҡуйылды

Документ илдә тикшереү уҙғарыу өлкәһендә берҙәм мәғлүмәт киңлеген тәьмин итеүгә тәүге аҙым. Был йәһәттән республика беренселәрҙән булып яңы башланғысҡа нигеҙ  һала. Радий Хәбиров белдереүенсә, хеҙмәттәшлек итеүҙә мөһим йүнәлештәрҙең береһе – һанлы форматҡа күсеү. Дәүләт экспертизаһы иһә мәғлүмәт технолгияларын индерергә булышлыҡ итә.  “Майҙа берҙәм федераль һанлы экспертиза платформаһын һынаясаҡбыҙ. Беҙҙең маҡсат 2030 йылға тиклем йылына 4 миллион квадрат метр торлаҡ төҙөү. Был килешеү ошо бурысты тиҙерәк үтәргә булышлыҡ итәсәк”, тип билдәләне Радий Хәбиров.