Унда илдең 15 төбәгенән 150-гә яҡын предприятие вәкилдәре ҡатнаша. “Республика хеҙмәттәшлек итергә әҙер. Беҙ бөтә донъяға асыҡ”, - тип белдерҙе күргәҙмәне асыу тантанаһында Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтБөгөн баш ҡала автопаркы яңы ун троллейбус менән тулыланды. Улар Өфө трамвай-троллейбус заводында сығарылған. Радий Хәбиров водителдәргә асҡыс тапшырҙы. Эшлекле йыйын барышында еңел сәнәғәт, машиналар эшләү һәм робот техникаһы ҡаҙаныштары ла күрһәтелә. Стәрлетамаҡта станоктар етештергән яңы предприятие асыла. Уның менән бәйләнеш телекүпер тәртибендә ойошторолған.