1912 йылдың 8 апрелендә беҙҙең илдә төшөрөлгән тәүге йәнһүрәт күрһәтелә. "Гүзәл Люканида" тигән анимация фильмын биолог Владислав Старевич төшөрә. Ул бөжәктәр тормошона арнала. Ошо ваҡиғаға теүәл 100 йыл үткәс, 2012 йылда Рәсәй анимацияһы көнөн йыл һайын 8 апрелдә билдәләү тураһында ҡарар ҡабул ителә. Халыҡ-ара анимация көнө иһә 28 октябрҙә билдәләнә.