2017 йылда Өфө-Мәскәү маршруты буйынса осҡан аэробус двигателенә ҡарға инеп киткән, һөҙөмтәлә уның 4 детален алмаштырыу талап ителгән. Әле “Аэрофлот” компанияһы төҙөкләндереү һәм таможня сығымдары өсөн аҡсаны ҡайтарыуын һорай. Суд ҡарары буйынса, Өфө аэропорты был сумманы түләргә тейеш, әммә улар бының менән килешмәй, апелляцияға бирергә әҙерләнә.