Өфөләге Комсомол урамында йәнә сикләүҙәр

2 августҡа тиклем СССР-ҙың 50 йыллығы урамынан Рязань урамына тиклемге өлөшөндә транспорт хәрәкәте ябыла.  Ҡала хакимиәтенән бедереүҙәренсә, капиталь ремонт барышы ошо өлөшкә тиклем килеп еткән. Төҙөкләндереү “Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проектына ярашлы алып барыла. Водителдәргә маршрутты алдан билдәләргә кәңәш ителә.