Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, улар 2023 йылға тиклем иҫәпләнгән дәүләт милкен хоусусилаштырыу программаһына инмәгән. 2017 йылда хөкүмәт отчетында шифаханаларҙы шәхси ҡулдарға тапшырыу планлаштырылыуы тураһында яҙылғайны. Республика ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығы ҡарамағында "Янғантау", "Ассы", "Йәшел сауҡалыҡ", "Красноусол", "Ҡарағай", "Танып", "Йоматау" шифаханалары бар.