Башҡортостанда бер кеше янған йорттан өс кешене ҡотҡарған

Бөгөн Бөрө ҡалаһында ике ҡатлы ағас йортоң бер фатирында ут сыҡҡан. Унда йәшәүселәрҙең береһе ике бәләкәй баланы һәм ҡатынды тышҡа алып сыҡҡан. Балаларҙың хәле ауыр тип  баһалана. Әле ут һүндерелгән, сәбәптәре асыҡлана, тип хәбәр итәләр Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының республика идаралығынан.