Башҡортостанда Һарыяҙ йылғаһының бысраныу сәбәптәрен асыҡлайҙар

Дүртөйлө районында йәшәүселәр ошо турала социаль селтәрҙә хәбәр иткән. Балыҡтың күпләп үлеүе күҙәтелгән. Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы белгестәре һыу өлгөләрен алған. Бысраныу сәбәптәре тикшерелә.