Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, уҙған йылдың икенсе яртыһында алынған рөхсәт ҡағыҙҙары яҙғы һунар мәлендә ғәмәлгә яраҡлы була. Яҙғы һунар өс этапта, төрлө райондарҙа уҙғарыла. Тулы мәғлүмәт министрлыҡ сайтында урынлаштырылған.