Бөгөн Өфөлә “Торатау” Конгресс-холында бүләкләү тантанаһы үтте. Радий Хәбиров еңеүселәргә диплом һәм аҡсалата сертификат тапшырҙы. Республика Башлығы әйтеүенсә, конкурс халыҡты сәләмәт тормошҡа йәлеп итеүҙә ҙур әһәмиәткә эйә.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтБыйыл “Айыҡ ауыл” республика конкурсында еңеүселәр дүрт төркөмдә асыҡланды. Бәләкәй ауылдар араһында Баймаҡ районынан Түбәнге Яйыҡбай еңеүсе булды. Уларға 5 миллион һумлыҡ сертификат бирелде. Ауыл активисы Рәүилә Хәсәнова һөйләй.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтҘур ауылдар номинацияһында Учалы районынан Илсе беренсе урынға лайыҡ булды. Ауыл хакимиәте башлығы Азат Вәлитов әйтеүенсә, конкурста халыҡ теләп ҡатнашҡан.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтБыйыл “Айыҡ ауыл” республика конкурсында 2 меңдән ашыу ауыл ҡатнашты. Финалға 12 ауыл үтте.