Бөрөлә ағас йортта янғын сығып ике бала һәм уларҙың әсәһе йәрәхәтләнгән

Ут төтөнән ағыуланған ғаилә ағзалары  реанимация бүлегенә оҙатылған. 2 һәм 5 йәшлек малайҙарҙың ғүмерен ҡотҡарыу өсөн республика дауаханаһынан санавиация саҡыртылған.

Әле Миша менән Бәйтийәр Республика балалар клиник дауаханаһында яһалма елләтеү аппаратына тоташтырылған. Уларҙың ғүмерен һаҡлап ҡалыу өсөн табиптар бар көсөн һала. Билдәле булыуынса, аңын юғалтҡан зыян күреүселәрҙе йорт эсенән күршеләре сығарған.

Ғаилә менән бергә балаларҙың өләсәһе лә йәшәгән, әммә ул өйҙә булмаған. Утты һүндереүгә 29 ҡотҡарыусы һәм 11 берәмек техника йәлеп ителгән. Ваҡиға буйынса тикшереү ойошторолған.

Флорида Ким