Республика ауыл хужалыҡтары яҙғы сәсеү кампанияһын башларға әҙерләнә

Райондарҙа техника әҙерлеге тикшерелә, ғилми-ғәмәли конференциялар ойошторола. Иглин районы аграрийҙары бөгөн Сыуаш-Ҡыбау ауылы хужалығына йыйылды. Сарала баҫыуға йәлеп ителәсәк техникаларҙың торошо, минераль ашламалар ҡулланыу кеүек мәсьәләләр тикшерелде. БЮТ каналы хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.

Иглин районы ауыл эшсәндәренең яҙғы-сәсеү кампанияһы алды конференцияһы тап Сыуаш-Ҡыбау ауылында үтеүе осраҡлы түгел. «Агро-Весна» йәмғиәте төбәктең алдынғы хужалыҡтарҙының береһе һанала. Малсылыҡ һәм үҫемлекселек тармағында махсуслашҡан ойошманың уртаҡлашыр тәжрибәһе  етерлек.

Иглин районы агрономдары, механизатор, шулай уҡ Башҡорт дәүләт аграр университетының фән хеҙмәткәрҙәре ҡатнашлығында үткән конференция ике өлөштән торҙо. Тәүгеһендә ауыл хужалығы техникаларының төҙөклөгө тикшерелһә, һуңынан сарала ҡатнашыусылар иген һәм минераль ашламалар һаҡланған келәттәрҙе ҡараны. Артабан тағылмалы агрегат менән эш итеү буйынса оҫталыҡ дәресе ойошторолдо.

Конференцияның пленар өлөшөндә республика сауҙа предприятиелары һатыуға сығарған продукция төрҙәрен тәҡдим итте. Урында уҡ төбәк аграрийҙары ойошма араһында килешеү төҙөү мөмкинлеген дә бирҙе. Тармаҡ ғалимдары үҫемлекселектәге яңылыҡтар, һуңғы йылдарҙа уңышлы һынау үткән заман технологиялары тураһында бәйән итте.

Азат Ғәлиуллин.