Үҙ ҡулдары менән миллион һумдан ашыу аҡсаһын мутлашыусыларға биреп ебәрә яҙған

 Кеше иҫәбенә йәшәүселәрҙән нисек һаҡланырға? Бөгөн Өфөлә етенсе Бөтә Рәсәй финанс белем аҙналығы старт алды. Халыҡ- ара аҡса аҙналығы Рәсәйҙә йыл һайын уҙғарыла. Баш ҡаланың 44-се полилингваль мәктәбендә һәм Рәсәй Хөкүмәте ҡарамағындағы Финанс университеттың Өфө филиалында уҙған саралар хаҡында БЮТ каналы хәбәрсеһе Рәмилә Исмәғилева яҙмаһында.

Мутлашыусылар ысынлап та, мут булмаһа, финанс университетта эшләп йөрөгән кеше миллиондан ашыу  аҡсаһын аңғармаҫтан үҙ ҡулдары менән уларҙың иҫәбенә һала яҙыр инеме? Фаат Нәжип улы йәш сағында хоҡуҡ органдарында эшләгән, әле юғары уҡыу йортонда әйҙәүсе инженер.

Проценттар йыйып банк иҫәбендә ятҡан бер миллион 400 мең һум аҡсаһынан ҡолаҡ ҡаға яҙған. Былтыр көҙ уға мутлашыусылар банк хеҙмәткәре булып шылтыратҡан. Улар аҡсаны кемдер үҙ иҫәбенә күсерә, һаҡлау өсөн икенсе банкҡа һалырға кәрәк тип ышандырған. Клиент ышанған. Тик аҡсаһын төргәккә төрөп китеп барғанда шылтыратыусының «беҙ һеҙгә такси ебәрәбеҙ» тигәне уйға һалған.

Логик фекерләү ҡотҡарып ҡалған. Әммә күп осраҡта аҡса бурҙары тоҙағына эләгеү аяныслы тамамлана. Көнүҙәк проблема Рәсәй Хөкүмәте ҡарамағындағы  Финанс университеттың Өфө филиалында киңәйтелгән совет ултырышында ҡаралды. Банк исеменән шылтыратып кешеләрҙең ышанысына инеп паролдәрен әйттерәләр, кеше исеменә кредит алалар, булмаған тауарҙы һаталар .. Алдаҡ юл менән нисек кенә аҡса эшләмәйҙәр. Ә кемдәр һуң улар, мутлашыусылар..

Төп ҡорал – уяу булырға. Кире осраҡта осо-ҡырыйын табыу ҡатмарлы. Кеше аҡсаһын улар һанаулы ғына минуттар эсендә дүрт-биш төрлө иҫәпкә күсереп өлгөрә. Ә сит төбәк номерҙары менән шылтыратыусының күрше бинала ултырыуы ла ихтимал.

 Йылдың тәүге кварталында ғына республикала банк карталарынан аҡса урлауға бәйле 700 енәйәт эше ҡуҙғатылған. Ә енәйәтселәрҙе асыҡлау 16 процент тирәһе.

Мутлашыусыларҙан һаҡланыу тураһындағы йәнһүрәтте балалар яратып  ҡарай. Өфөнөң 44-се полилингваль мәктәбендә Финанс белем аҙналығы сиктәрендә дәрестәр ҡыҙыҡлы үтә. Урта синыфтар «Аҡса тураһында әкиәт» ҡарай. Юғары синыф уҡыусылары финанстар темаһына «Мөғжизәләр яланы»нда уйнай.

Аҡсаһыҙ йәмғиәтте күҙ алдына килтереп булмай. Тик баланы уның менән ҡулланыуға әҙерләү мәктәп программаһында юҡ кимәлендә. 44-се полилингваль мәктәбендә иһә беренсе синыфтан аҡса менән эш итергә өйрәтәләр.  

 Аҙналыҡ буйынса саралар полилингваль мәктәптә уҙғарылыуы осраҡлы түгел. Белем усағы Рәсәй Хөкүмәте ҡарамағындағы  Финанс университеттың Өфө филиалы менән тығыҙ хеҙмәттәшлек итә. Юғары уҡыу йорто уҡытыусылары бында лекциялар уҡый.

 Етенсе Бөтә Рәсәй финанс белем аҙналығы девизы «Үҙеңде һәм аҡсаңды һаҡла». Слоганы – «Өйрән. Һаҡла. Эшләп тап».

Рәмилә Исмәғилева