Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 76 йыллығына арналған парадтың тәүге репетицияһы

Ул баш ҡаланың «Өфө -арена» һарайы майҙаны алдында үтте.

Быйылғы Еңеү парадында 21 саф һәм тынлы оркестрҙар ҡатнаша, Киләһе репетицияларҙы апрелдең һәр кесаҙнаһында үткәреү ҡаралһа, ә 5-7 майҙа ул Октябрь проспектында юл хәрәкәтен ябып ойошторола. 7 майҙа генераль репетиция техника ҡатнашлығында үтә.

Хәрби парадта Алкин хәрби часе ғәскәрҙәре, йәш армеецтар, полиция, таможня хеҙмәттәре, хәрбиҙәрҙе берләштергән ойошмалар сафы ҡатнаша. Красногроск ҡалаһының хәрби техника музейынан 16 берәмек хәрби техника йөрөтөүселәр йәлеп ителәсәк.

Гүзәл Борханова