Күп балалы ғаиләләр ҙур ҡеүәтле автомобиль һалымына өҫтәмә льготалар ала

Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаттары “Транспорт һалымы” тураһындағы законға төҙөтмәләр индерергә йыйына.  Ҡанун проекты апрелдә уҙасаҡ пленар ултырышта ҡарала. Парламент рәйесе Константин Толкачев әйтеүенсә, күп балалы ғаиләләрҙәге 150-нән 200-гә тиклемге ат көсө булған автомобилдәргә  һалым 50 процентҡа кәметелә. “Финанс министрлығы иҫәбе буйынса, был алым  ҡаҙнаға 10 миллион һум самаһы зыян килтерә. Ул бюджет өсөн әллә ни һиҙелерлек түгел. Әммә ғаиләләр өсөн был ярайһы уҡ ҙур ярҙам”, - тине Константин Толкачев.