Һуңғы тәүлектә 108 кешелә йоғошло инфекция асыҡланған. Һаулыҡ һаҡлау министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, әле стационарҙарҙа 188 пациент дауалана, 15-е ауыр хәлдә тип баһалана, 5-әүһе үпкәне яһалма елләтеү аппаратына тоташтырылған. Пандемия башланғандан алып, республикала коронавирус ҡорбандары һаны 387-гә етте.