Ул 1 мең 200 малға иҫәпләнә. Инвестор 1 миллиард 600 миллион һум йүнәлтергә әҙер. Был проект Республика "Инвестиция сәғәте" кәңәшмәһендә ҡаралды. Комплекста һыйыр малы үрсетелә, шулай уҡ ҡатнаш аҙыҡ етештереү цехы була. Төбәк властары проектты хупланы, инвестор сығымдарының бер өлөшө компенсацияланасаҡ.